кит айыуы Жлил Кейекбаев ките буйынса



Башҡортостан Республикаһы



Мәғариф министрлығы

Яңауыл районы муниципаль районы

И.Ш.Мөҡсинов исемендәге гимназия

Эҙләнеү-тикшеренеү эше:

« Әкиәт айыуы»

әлил Кейекбаевтың әкиәте буйынса)

Башҡарҙы:Яңауыл ҡалаһы

МБДББУ И.Ш.Мөҡсинов исемендәге

гимназияның 4-се а класы уҡыусыһы

Сәдиуллин Фидан

Етәксеһе: Яңауыл ҡалаһы

МБДББУ И.Ш.Мөҡсинов исемендәге

гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы

Яңауыл-2013

Йөкмәткеһе

Инеш өлөш

I Айыуҙың көндәлек тормошта кәүҙәләнеше.

1.1.Айыуҙың төрҙәре

1.2 Һоро айыу- Башҡортостандың иң көслө хайуаны

1.3. Айыу символы-гербтарҙа.

Йомғаҡлау

Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләре

Ҡулланылған әҙәбиәт

Ҡушымта

Инеш

Аҫрамай ҙа умарта, Балды бик-бик ярата. Ҡышын ярата йоҡоно, Яҙғаса тормай ята.

Был нимә? Әлбиттә –айыу. Башҡорт теле дәресендә Жәлил Кейекбаевтың “Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ ҡалған?” әкиәтен уҡығас,минең был ҡырағай хайуан тураһында ҡыҙыҡһыныуым артты һәм эҙләнеү эшенә тотондом.

Эшебеҙҙең маҡсаты итеп ошолар тора:

-Жәлил Кейебаевтың айыу тураһындағы әкиәттәре менән танышыу;

-айыу тураһында мөмкин тиклем күберәк материал туплау;

— айыуҙың тәбиғәттәге ролен асыҡлау.

Эҙләнеү эшемдең объекты булып ҡырағай хайуан-айыу тора.

Эҙләнеү предметы: айыуҙың йәшәү рәүеше,уның ҡылыҡтары,көндәлек тормошта айыу образының ҡулланышы.

Маҡсатыбыҙға ирешеү өсөн ошондай бурыстар алдыҡ:

-айыу һүҙенең килеп сығышы;

-уның төрҙәрен асыҡлау;

-айыу образының тағы ҡайҙа ҡулланыуын асыҡлау.

Эҙләнеү эшебеҙҙең гипотезаһы : айыу образы хәҙерге ваҡытта ла актуаллеген юғалтмай.

Айыуҙың көндәлек тормошта кәүҙәләнеше.

Айыу (лат. Ursus) — Ауыр кәүҙәле, йыуан ҡыҫҡа аяҡлы имеҙеүсе йыртҡыс йәнлек. Башҡа хайуандарҙан мыҡты кәүҙәһе менән айырыла. Айыуҙар бөтә нәмәне ашаусы йәнлек. Ағасҡа яҡшы үрмәләүсе, йөҙөүсе, йүгереүсе, артҡы аяғында баҫып бер аҙ атлай белеүсе хайуан. Ҡойроғо ҡыҫҡа, тәне ҡуйы оҙон йөн менән ҡапланған, ишетеү һәм еҫ һиҙеү һәләте ныҡ үҫешкән. Һүнарға кистән, йә иһә таң алдынан сыға. Ғәҙәттә кешенән ҡурҡа, шулай ҙа кеше өсөн хәүефле булыуы мөмкин. Ҡорт сығыуына иғтибар итмәй. [2]

Әгәр Сергей Иванович Ожеговтың һүҙлегенә күҙ һалһаҡ, “ Медведь — Крупное хищное млекопитающее с длинной шерстью и толстыми ногами”-тиелә.Ә инде Владимир Иванович Даль һүҙлегендә айыу һүҙенең мәғәнәһе ошолай асыҡлана: “Медведь — на юге ведмедь (т. е. медолюб). На Руси их два вида: белый, ледовитый,  и бурый,  этому дано много бранных и почетных кличек: бирюк (чаще зовут так волка) симб. аю, аев (татарск.),зверь,черный”. “Айыу” һүҙе Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсиндың “Синонимдар һүҙлегендә” ошолай яҙылған: хужа, салыш аяҡ, тайыш табан, тайыш.Русса “Синонимдар һүҙлегендә” тағы ошолар өҫтәлгән:Топтыгин,Михайло Иванович. Ф.Ғ.Хисаметдинованың «Мифологический словарь башкирского языка” йыйынтығында былай тиелгән:“ Айыу. Медведь; мифологизированное животное, имеет человеческое происхождение, сожительствует с человеком; первопредок, прародитель, покровитель человека и домашних животных, дух леса, хтоническое существо; имеет мужское начало, символизирует силу, здоровье, доброту; почитаемое животное у горных башкир, особенно охотников; табуируется название медведя, мифологизировано все, что с ним связано. Айыу кеше затынан, шуға уның итен ашарға ярамай (З. Мостафин). – Медведь из человеческой породы, поэтому нельзя есть его мясо. Мифологические представления, связанные с культом медведя, встречаются у многих тюркских, финно-угорских и славянских народов. Словоайыу восходит к общетюркскому аdϊγ~aduγ~ajϊγ ‘медведь’”.

 “Символдар һүҙлегендә” айыу һүҙенең мәғәнәһе : “Рус халҡында айыу –яңынан тыуыуҙы,яҙ көнө балаһын эйәртеп өңөнән сығыуҙы,яңы тормош башлауҙы аңлата”- тиелә. Америка индеецтарында ул сихри көстө,сыҙамлыҡты,өйөрмәне аңлатһа, ҡытай халҡында- көстө,ҡыйыулыҡты,япон халҡында- яҡшылыҡ теләүҙе, батырлыҡты аңлата.Айны халҡында айыу-мәҙәниәтле герой һәм алла илсеһе булһа,ә инде шамандарҙа ул – урман сихырсыларының илсеһе тип ҡабул ителә.

Шулай итеп , айыу – иң көслө хайуан.

1.1.Айыуҙың төрҙәре

Айыуҙарҙың төрҙәре:һоро айыу,аҡ айыу,панда,Гризли айыуы һәм юғала барған йәки бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан айыуҙың төрҙәре: Күҙлекле айыу,Гималай айыуы,Кадьяк,Барибал,Аҡтүш,Берибач,Флориданың мәмерйә айыуы,Атлас,Мексика,Колифорния,Ҙур мәмерйә айыуы.[2]

Һоро айыуҙар заманында тотош Европала, Англияла һәм Ирландияла йәшәгән. Көньяҡтан Африканың төньяҡ-көнбайыш (Атлас тауҙары) өлөшөндә лә булған. Көнсығышҡа табан Себер һәм Ҡытайға, хатта Японияға барып еткән. Белгестәрҙең иҫәпләүенсә, бынан 40 мең йыл элек был төр айыу Азиянан Берингов ҡултығы аша Төньяҡ Америкаға барып сыҡҡан һәм Алясканан алып Төньяҡ Мексикаға тиклем еткән.Хәҙер иһә күп ерҙә ул юғалған йәки юғалыу алдында тора. Был, әлбиттә, кешенең «тырышлығы»на бәйле. Көнбайыш Европала Альп, Апеннин, Пиренея, Кантабри утрауҙарында ғына һаҡланған. Скандинавия, Финляндияла осрай. Азияла Фәләстанда, төньяҡ Ираҡ менән Иранда, төньяҡ Ҡытай һәм Корея ярым-утрауҙарында бер аҙ йәшәй. Японияның Хоккайдо утрауында бар. Төньяҡ Америкала һоро айыу «гризли» исеме менән билдәле. Рәсәйҙең көньяҡ өлөшөнән тыш, бөтә урманлы зонала ла бар.Һоро айыуҙың төрҙәре бик күп – ҡасандыр хатта 80-гә еткән. Хәҙер иһә бөтәһен бер төргә ҡаратып, тик географик һәм башҡа шундай атамалар менән генә йөрөтәләр. Мәҫәлән, ябай Европа айыуы, Калифорния гризлийы (Калифорния флагында һынландырылған, был төр айыу 1922 йылда үлеп бөткән), Гималай төрө, Тибет һоро айыуы (бик ҙурҙар, уны ғалимдар «ҡар кешеһе» – йетиҙың прототибы тип иҫәпләй) һәм башҡалар.Иң ҙур һоро айыу Аляска менән Камчаткала йәшәй. Уның ауырлығы 300 килограмға етә, хатта 600 – 800 килограмға тиклем тартҡандары билдәле. Ә Кодьяк утрауында Берлин зоопаркы өсөн махсус тотолған айыу 1134 кг ауырлығында булған. Ябай Европа айыуының оҙонлоғо – 1,2 – 2 м, бейеклеге 1 метрға етә. Гризли иһә ҙурыраҡ – артҡы аяҡтарына баҫһа, 2,8 – 3 м була. Рәсәйҙә йәшәгән һоро айыуҙың уртаса ауырлығы 300 – 400 кг.«Животный мир Башкирии» (1977) тип аталған китапта яҡынса һанына ҡарап, айыуҙарҙы бөтөп барыусы йәнлеккә тиңләгәндәр.

Аҡ айыу, йәки төньяҡ айыуы, йәки поляр айыу, йәки диңгеҙ айыуы – иң ҙур йыртҡыс хайуандарҙың береһе.Уның кәүҙә оҙонлоғо 3 метрға тиклем етә. Ауырлығы 800 килограмға етә.Ул һоро туғанынан аҡ туны менән айырыла. Тиреһе аҫтындағы ҡалын май ҡатламы уны һыуыҡтарҙан һаҡлай.Ҙур булыуға ҡарамаҫтан ул шәп йөҙә, сума ала. Һыуҙа тиҙлеге 5,4 км/сәғ. етә ала.Аҡ айы ау менән туйына: нерпадиңгез ҡуяныморж һәм башҡа диңгеҙ хайуандарын аулай. Ау ваҡытында уға еҫ тойоу, күреү һәләте, аҡ туны ярҙам итә.Һоро айыуҙан айырма булараҡ, ҡышын 50-80 көнгә инә айыуҙар ғына йоҡоға ята.Декабрьғинуарҙа улар 1-2, һирәгерәк 3 бала туҙыралар һәм яҙға бергә өңдән сығалар. Балаларын инә айыуҙар 2 йәшкә тиклем тәрбиәләй.

1.2 .Һоро айыу— Башҡортостандың иң көслө хайуаны

Башҡортостанда айыуҙар республиканың төньяҡ-көнсығышында һәм Урал тауҙарының көньяҡ сиктәренә тиклем йәшәй. Улар ашауға талымһыҙ йыртҡыстар рәтенә инә: еләк, сәтләүек, һутлы йәшел үләндәрҙе лә үҙ итә, балыҡ ярата, ваҡ йәнлектәрҙе (сысҡан, йомран һ. б ) үләкһәләрҙе лә ситкә ҡуймай. Улар хайуандарҙың итенән тыш, көртмәле, ҡурай еләге, миләш, балан һәм башҡа емеш-еләк менән дә туҡлана, бигерәк тә бал ярата. Ж.Кейекбаев та уның тәмле бал яратыуы арҡаһында ҡойроҡһоҙ ҙа ҡалыуын бәйән итә .Урмандарҙа эре тояҡлы хайуандарға, ауылдарға яҡын урындарҙа йорт хайуандарына һөжүм итә. Йәйен бөжәктәр, һөйрәлеүселәр, ҡырмыҫҡалар менән дә туҡлана. Шуныһы билдәле, Алыҫ Көнсығышта һоро айыуҙар Гималай айыуҙарына һәм юлбарыҫтарға ла һөжүм итә икән. Ғәҙәттә, ҡар яуыу менән өңдәренә инеп яталар һәм апрель урталарына тиклем йоҡлайҙар.Йоҡолары ноябрь – апрель айҙарына тура килә. Өндәрен ҡоро, ҡалҡыу урындарҙа ҡоралар. Аҫтарына нәҙегерәк ҡоро-һары ботаҡтар, япраҡтар түшәйҙәр. Уларҙың 1 – 4 балаһы тыуа. Улар һуҡыр, тешһеҙ, «бейәләй» ҙурлығында ғына була. Ә өндәренән сығыуға 5 – 6 килограмға етәләр. Инә айыуҙар йыл һайын балаламай. Етлегеү осорҙары – 3 – 4 йәш. Шулай ҙа улар 10 йәшкәсә үҫергә мөмкин. Тәбиғи шарттарҙа 20 – 30 йыл йәшәүҙәре билдәле. Ғалимдар, ҡулға эйәләштерелгән, зоопарктарҙағы айыуҙарҙың 47 – 50 йәшкә етеүе мөмкин, тип иҫәпләй. 



Әле айыуҙарҙың ас һәм ҡышҡылыҡҡа май туплай торған мәле. Һирәкләп кеше ашаусылары ла килеп сыға. Бынан бер нисә йыл элек районда бер айҙа дүрт кешене юҡ иткән йыртҡыс тураһында әле лә онотмайҙар. Урал айыуҙарының ауырлығы ярты тоннаға етә. Балалары ҡышҡыһын тыуа. Әйткәндәй, был хайуандар өңдәрен ҡоро, ҡалҡыу урындарҙа ҡора. Аҫтарына ҡоро япраҡ, ваҡ ботаҡтар йәйәләр. Һунарсылар әйтеүенсә, айыу балалары тыуғанда бейәләй ҙурлыҡ ҡына, күҙҙәре йомоҡ, ҡолаҡтары ишетмәй, тешһеҙ була икән. Ә яҙын уяныуға 5 –6 килограмға етәләр. [2]



Йыртҡыстарҙың ҡурҡыныс ваҡыты – табышы эргәһендә булған һәм балаларын эйәртеп йөрөгән саҡтары. Урман хужаһын атыу башҡортта борондан тиерлек билдәле булған. Һәм был һунарсы хөрмәтле кеше һаналған. Элек тә, хәҙер ҙә айыуҙы тиреһе, ите, бигерәк тә дауаланыуға майы, үте өсөн ҡыралар. Йәйен уны тәбиғәттә атһалар, ҡышын өңдәренә һунар итәләр.Ғөрөф-ғәҙәткә килгәндә, төрлө халыҡ уны төрлөсә ҡабул иткән һәм был мифологияһында ла асыҡ сағыла. Берәүҙәр яуыз кешенең албаҫтыға – айыуға әйләнеүен һүрәтләһә, икенселәр иһә тайыш табандың аҡылына, көслө булыуына һоҡланып, балаларына айыуға бәйле исем ҡушҡан. Мәҫәлән, рустарҙың Медведевтары, башҡорттоң Айыухановтары быны иҫбатлап тора. Әйткәндәй, күп ваҡыт был һәм «айыу»ҙан сыҡҡан исемдәр, фамилиялар тәүҙә ҡушамат булған. [2]

Айыу символы гербтарҙа

Айыу бик күп ҡалаларҙың гербында ла урын алған.

Рәсәйҙең 18 ҡалаһынының, сит илдәрҙең 8 ҡалаһында, Рәсәйҙең 15 регионы гербында (шул иҫәптән Башҡортостандың 2 районында) айыу символы төшөрөлгәнлеген асыҡланыҡ.

Мәҫәлән,Берлин,  БернБрюггеЕкатеринбургНовгородНорильскПермьСыктывкар,ХабаровскЮжно-СахалинскЯрославль һ.б. ҡалаларҙың гербында айыу төрлөсә һүрәтләнгән.Бер нисәһенә аңлатма биреп китәйек.

Пермь ҡалаһының гербында көмөш айыу төшөрөлгән. Әкиәт айыу ниңә ҡышын йоҡлай

Ул был яҡтарҙың тәбиғәт байлығы булған тоҙҙарҙы,төрлө металдарҙы һәм урман байлыҡтарын һәм шул иҫәптә ундағы һанһыҙ йәнлектәрҙе күрһәтә.

Ярославль ҡалаһы гербында ул- һаҡсыллыҡты һәм көстө аңлата.

Тикшеренеү эше 1 класс

Ә инде Республикабыҙҙың Бөрйән районы гербында (1-се һүрәт) ул халыҡтың батырлығын, рухи байлыҡты, ирек яратыуҙы, яғымлылыҡты аңлатһа, Мишкә районы гербында (2-се һүрәт) ул ерҙең хужаһы тигәнде аңлата.

1-се һүрәт Тикшеренеү эше 1 класс Эҙләнеү тикшеренеү эше 2-се һүрәт

Йомғаҡлау

Йыртҡыс хайуан булһалар ҙа, айыуҙар дәүләт тарафынан һаҡлана. Рөхсәтһеҙ һунар иткән, атҡан өсөн ҙур күләмдә штраф һалына. Ситтән ҡарағанда аҡрын, яй күренгән айыу ысынында бик етеҙ, һығылмалы. Ул ат кеүек шәп йүгерә, оҙаҡ итеп һыуҙа йөҙә ала. Ә тырнаҡтары шундай осло. Алғы аяҡтары ныҡ үҫешкән. Бер һуғыуҙа оло кешенең умыртҡа һөйәген һындыра ала. Ҙур хайуандың ҡабырғаһын аҡтарып килтереп сығарыу йәки баш һөйәген онтау уға бер ни тормай, тиҙәр. Бына ниндәй көслө, ҡурҡыныс йыртҡыс ул. Юҡҡа ғына ла Жәлил Кейекбаевтың әкиәттәрендә ул ҙур урын биләмәй икән.Эҙләнеү эшемдә үҙемде борсоған һорауҙарға яуап таптым,ҡуйған маҡсаттарыма ирештем.

Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләре

Класташтарымдың айыу тураһында нимәләр беләләр икәнлеген белгем килде һәм социологик тикшереү үткәрҙем һәм ошондай һорауҙар бирҙем.

Нимә ул айыу?

-Һеҙ уларҙың ниндәй төрҙәрен беләһегеҙ?

-Улар нимә менән туҡлана?

-Айыу образы булған ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ?

Яуаптарға анализ яһап минең класташтарымдың 89% айыуҙар тураһында күп белә.Ә инде айыу образы ингән әкиәттәрҙе һанағыҙ тигән һорауға

40%- икенән күберәк , 50% -биштән күберәк ,10%-етенән күберәк әкиәт һананы.

Социологик тикшереүҙә 30 уҡыусы ҡатнашты.

40%- 12 уҡыусы

50%-15 уҡыусы

10%- 3 уҡыусы

Айыу һәм бал ҡорттары

Айыу менән бабай

Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?

Айыу менән бабай

Айыу менән Маша

Айыу менән ҡатын

Балыҡсы айыу

Айыу ниңә табанын имә?

Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?

Айыу менән бабай

Айыу менән Маша

Айыу менән ҡатын

Балыҡсы айыу

Айыу һәм бал ҡорттары

Айыу менән төлкө

Һорау

Һөҙөмтә

1

Һеҙ айыу исеме ингән ниндәй кәнфиттәр беләһегеҙ?

“Мишутка”

12 уҡыусы

“Мишка косолапый”

6 уҡыусы

“Мишки в лесу”

2 уҡыусы

“Озорной мишка”

17 уҡыусы

2

Һеҙ айыу символы төшөрөлгән ниндәй олимпиада беләһегеҙ?

Олимпиада айыуы «Олимпиада – 1980» Мәскәү ҡалаһы

Әкиәт айыу ниңә ҡышын йоҡлай

13 уҡыусы

Олимпиада поляр айыуы «Олимпиада – 2014» Сочи ҡалаһы

Тикшеренеү эше 1 класс

30 уҡыусы

Ҡулланылған әҙәбиәт

1. Толомбаев Х. А. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 3-сө класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.Өфө: Китап, 2009.

2. Интернет ресурстар:

http://ba.wikipedia.org

http://info-bear-world.narod.ru/

http://yanshishma.ru/

http://yeshlek-gazeta.ru








sitemap
sitemap