Данлылы башорт балы



Данлыҡлы башҡорт балы.

Дәминев Вадим, Ейәнсура районы Яңыбай урта дөйөм

белем биреү мәктәбенең 6-сы классы уҡыусыһы

Етәксеһе:Ҡотошова Л.И.

Башҡорт балы…Был исем бар донъяға таныш. Тик кешеләр, ғәҙәттә, өҫтәлдә ултырған балдың тәмен һәм уның ҡайҙан икәнен генә белә. Өҫтәлгә килеп ултыр-ғансы бал күпме һәм ниндәй юл үтә икән? Балдың ниндәй төрҙәре бар? Кәрәҙле бал ябай балдан нисек айырыла? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләнем, аңла-тырға тырыштым. Башҡорт балының донъя кимәлендә тотҡан урыны тураһында күп нәмәләр белдем.

Теманың актуаллеге: Апитерапия- бал ҡорто ағыуы һәм умартасылыҡ продукт-тары ярҙамында дауалау- халҡыбыҙҙа борондан килгән ысул. Сипайлово биҫтә- һендә апитерапия үҙәге төҙөлдө. Был минең Башҡортостанымдың символы булған бал ҡортона, умартасылыҡҡа ҡарата оло ихтирам һәм иғтибарҙы күрһәтә. Әле кибеттәрҙә башҡорт балы матур һауыттарҙа, төрлө сорттарҙа һатыла. Ә яҡын килә-сәктә ул һәр илдең баҙарын тултырыр, тип ышанам, сөнки был өлкәлә үҙ эшен белгән, маҡсатлы шәхестәр эшләй. Халҡыбыҙҙың ҡортсолоҡ кәсебе борондан килгән һәм бер ваҡытта ла онотолмаясаҡ! Башҡорт балы бар донъяны яулаясаҡ!

Эҙләнеү эшемдең маҡсаты:

1. Ҡортсолоҡ тураһында ныҡлы өйрәнеп, үҫкәс ата –бабалар кәсебен дауам итеү;

2. Был өлкәлә үҙ асыштарымды эшләү, үҙ эшемде асыу,башҡаларҙы ла йәлеп итеү.

Эҙләнеү предметы: башҡорт балы

Эҙләнеү методтары: Гәзит-журнал материалдарын өйрәнеү,атайымдан һорашыу, умарталыҡта эшләү,Интернеттан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе эҙләү,өйрәнеү.

Һығымталар: — башҡорт балының тарихын, төрҙәрен, ҡулланылышын, файҙаһын яҡшыраҡ белдем,һығымталар яһаным;

— был өлкәлә ҡыҙыҡһыныуым арта төштө.

— киләсәктә ,һис шикһеҙ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәсәкмен.

Маҡсатыма ярашлы ошо тема өҫтөндә ныҡлап эҙләнәм, өйрәнәм,эшләйәсәкмен.

Эшләнәһе эштәрем алда әле…

Был теманы өйрәнеү өсөн мин күп эҙләндем, гәзит- журналдар уҡыным, атайымдан һораштым. Атайым ҡорт ҡарағанда бәләкәйҙән уның янында булыуым да файҙалы булды.

Маҡсатыма ярашлы өйрәнәһе, эшләйһе эштәрем алда әле…

Маҡсатым:

1. Ҡортсолоҡ тураһында ныҡлы өйрәнеп, үҫкәс ата –бабалар кәсебен дауам итеү;

2. Был өлкәлә үҙ асыштарымды эшләү, үҙ эшемде асыу.

Һеҙҙең иғтибарығыҙға эҙләнеү эшемдең йөкмәткеһе-экранда Башҡорт халҡы борондан ҡортсолоҡ шөғөлө менән дан тотҡан.Нисәмә быуаттар буйы нисек кенә үҙгәрһә лә ата –бабаларыбыҙ ҡортсолоҡ кәсебен юғалтмаған «Ҡортсолоҡ кәсебендә башҡорттарға тиңләшеүсе халыҡ юҡтыр,» — тип яҙып ҡалдырғандар.Бөтмәҫ-төкәнмәҫ донья һынауҙары аша үтеп был кәсепте һаҡлай, хата беҙҙең быуынға еткерә алғандар.

Балдың файҙаһын тәүтормош кешеләре үк белгән . Улар ҡорт ояһын табып нектарын тәмләп ҡарағас, балды йыя башлағандар,балдың файҙаһын һиҙгәс, дауалауҙа ҡуллана башлағандар.

Египетта балды аҙыҡты консервалауҙа ҡулланғандар. Бигерәктә алыҫ походта,косметикала, ауырыуҙарҙы дауалауҙа ҡулланғандар.

Һиндостанда балды йылан ағыуына ҡаршы ҡулланғандар.

Грецияла ла балды яҡшы белгәндәр һәм киң ҡулланғандар. Александр Македонский үлгәс, уның тәне боҙолмаһын өсөн, балға һалып(йәйҙең эҫе көндәрендә) Александрия ҡалаһына алып барғандар(2500км).

Ҡытайҙа ла балды дарыу итеп ҡулланғандар:эске органдарҙы дауалаған-дар,температураны төшөргәндәр,хәлһеҙ кешеләрҙе дауалағандар.Балды күп ҡулланған кешеләр йәшәргән һәм оҙаҡ йәшәгән.

Япондар балды тәбиғи продукттың короле тип атағандар.Улар ҙа балды дауалауҙа киң ҡулланғандар.

Япониялағы Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом һөжүменән һуң,

япон ғалимдары халҡына бал ашарға тәҡдим иткәндәр. Япониялағы һәр уҡыусы хөкүмәт тарафынан көн һайын бер ҡалаҡ бал ашай.Японияла егәрле бөжәккә- ҡортҡа һәйкәл ҡуйылған. Ундай һәйкәл Польшала ла бар.

Боронғо Римдә гладиаторҙар үлемесле көрәшкә сығыр алдынан бал ашағандар. Ул хәҙер ҙә космонавтарҙың һәм спортсмендарҙың рационына инә. Балда В1,В2 ,В3, В6,С, К, Е, А витаминдары бар. Кешегә В һәм С витаминдары етешмәһә,төрлө ауырыуҙар килеп сыға: йөрәк һәм ҡан тамыры,нерва системалары.Шулай уҡ хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, йөрәк ауыртыуы булырға мөмкин.

Йүкә балы- иң сифатлы бал тип һанала, аҡһыл һарғылт төҫтә була. Ул бик файҙалы.

Балалар аҙығында балдың әһәмиәте бик ҙур.

Беҙҙең эраға тиклем 900 йыл элек гректар һәм германдар балаларҙы ашатыу өсөн балды, һөттө, иретелгән майҙы ҡушып ашатҡандар, яңы тыуған баланың ауыҙына бер нисә тамсы бал тамыҙғандар. Балды ҡулланыу кальций һәм магнийҙы үҙләштерергә ярҙам иткән, баланың һөйәген нығытҡан.

Боронғо Египетта балды мәктәптәрҙә биргәндәр һәм бал ашаған уҡыусылар физик һәм аҡыл яғынан үҫешкән, талантлы булғандар.

Кәрәҙ — ул балға тәбиғәт тарафынан бирелгән һауыт. Һауыты менән ҡуша балды ашап була.Балауыҙҙы оҙаҡ итеп сәйнәргә кәрәк,айырыуса ҡара икмәк менән ашау файҙалы. Кәрәҙле бал туңмай, йылдар буйы яҡшы һаҡлана. Ул бал таҙа, уны хатта ҡайнаған һыу менән ҡатыштырып күҙгә тамыҙырға була.

Башҡорт балы донъя кимәлендә лә ҙур урын биләй.

Башҡорт балы- күп һанлы йәрминкәләр һәм күргәҙмәләр еңеүсеһе.

Беренсе тапҡыр башҡорт балы 1900 йылда Францияла Бөтә Донъя Париж йәрминкәһендә алтын миҙал менән бүләкләнә.

— 1961 йылда Эрфурт ҡалаһында ( Германия) – алтын миҙал;

— 1965 йылда Бухарест ҡалаһында( Румыния) XX Халыҡ- ара Апимондия конгресында көмөш миҙал;

— 1971 йылда Мәскәү ҡалаһында XXIII Халыҡ-ара Апимондия конгресында алтын миҙал;

-2002 йылда Берлинда « Йәшел аҙна» күргәҙмәһендә юғары награда;



-2001-2004 йылда Санкт-Петербургта «Рәсәй фермеры» -« Агрогусь»

күргәҙмә-йәрминкәһендә юғары награда яулай.

-2009 йылда Башҡортостандың Ете мөғжизәһенең береһе булды.

Беҙҙең ғаилә умартасылыҡ менән шөғөлләнә. 10-15 июлдә ҡорттоң балын ҡыуа башлайбыҙ, сөнки ул ваҡытта

йүкә сәскә ата. Беҙҙең Яңыбайҙа балдың ике төрө була: йүкә балы тәмлерәк, ә сәскә балы файҙалыраҡ. Йәйҙең бер айын көндөҙ умарталар янында йөрөп үткәрәм . Атайым эшкә киткәндә, мин айырағн ҡортто тотоп тәгәскә бикләйем дә һалҡын урынға ултыртам. Ярты көндәй һалҡында ултырған күсте икенсе умартаға ултыртырға ярай. Бал ҡыуып алғас,ҡорттарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ.

Ҡар иреп бөткәс, ҡорттарҙы сығарып осорабыҙ. Миңә ҡорт ҡарау бик оҡшай, үҫкәс мин күп итеп ҡорт тотасаҡмын. Ул кәсеп менән минең ҡартайҙарым да,уларҙың атайҙары ла шөғөлләнгән. Хәҙер мин атайымдан умартасылыҡ серҙәрен өйрәнәм.Минең алты шәхси умартам бар. Был шөғөл -өҫтәлмә аҡса эшләп, ғаиләбеҙҙең матди хәлен яҡшыртыуҙа отошло кәсеп. Мин дә был һөнәрҙе өҫтәлмә шөғөл итеп аласаҡмын.

Шулай итеп, мин ҡорттарҙың, балдың файҙаһын өйрәндем, белгән- өйрәнгәндәремде эҙләнеү эше итеп башҡарҙым. Был кәсеп нәҫелебеҙҙән килә, минең дә ҡыҙыҡһыныуым ҙур, киләсәктә лә дауам итеүселәр булыр, тип ышандырам. Теләгем: был кәсеп менән шөғөлләнеүселәр күберәк булһын ине!

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!








sitemap
sitemap