Аайым менн орурланам



Ағайым менән ғорурланам

(Әнүәр Фәйзуллин)

Башҡарыусыһы: Дәминев Гүзәл,

5-се класс

Етәксеһе: Сәғитова Ә.М.

Төп өлөш

Минең ағайым Әнүәр Фәйзуллин 1988 йылдың 14 сентябрендә Ейәнсура районының йәмле Үрген ауылында тыуған. Тыуған ауылында ете класс тамамлағас, артабан белем алыуын Күмертау ҡалаһында Республика политехник лицей-интернатында дауам итә. Лицейҙы тик “5”-ле билдәләренә генә тамалап, 2005 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлағас, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына эшкә саҡырыла. Күп тә үтмәй уны әрме хеҙмәтенә саҡыралар. Хәрби бурысын Липецк ҡалаһында намыҫ менән үтәй һәм ҡайтыу менән ең һыҙғанып тағы эшкә тотона. Театрҙа ул 2010 йылдан эшләй. Тамашасы уны “Ун өсөнсө йондоҙ”, “Ҡыҙ урлау” “Ғайса бабай, өйлән давай”, “Ромео и Джульетто”, “Шәрәй мулла”, “Өлкән ул” спектаклдәре аша яҡшы белә. “Ун өсөнсө йондоҙ” спектаклендә Әзмәүер ролен, “Ҡыҙ урлау” спектаклендә мулла ролен, “Ромео и Джульетто” спектаклендә Парис, “Ташлама утты, Прометей” спектаклендә Гефест ролен башҡарып тамашасылар һөйөүен яулай. Ун дүрт спектаклдә уйнап та өлгөрә ул.

Ҡушымта 2 Ул башҡарған ролдәр:

2011 г.

Әзмәүер

«Ун өсөнсө йондоҙ»

2011 г.

Шәрәй мулла-

«Башҡорт пленница»

2011 г.

Ҡыш бабай —



«Кем аждаһаны уята»

2011 г.

Ректор —

«Студенттар»

2011 г.

Парис —

«Ромео и Джульетта»

2011 г.

Ерәнсәс —

«Ғимаҙи мажаралары»

2012 г.

Балалар йортоноң тәрбиәләнеүсеһе —

«Йәләлетдин атай»

2012 г.

Орсино —

«Ун икенсе төн»

2012г.

Ҡала кешеһе-

«Йәшен»

2012г.

Рөстәм-

«Гәйфи ағай, өйлән давай!»

2012г.

массовка-

«Элекке кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа»

2013г.

Ул-

«Автобус»

2013г.

Чиполлино атай

«Чиполлино»

2011 г.

Гефест —

«Ташлама утты, Прометей!»

Башҡортостандың ҡала-райондары буйлап ҡына түгел, күрше өлкәләрҙә лә йыш гастролдәргә йөрөй. Быйыл Ҡабарҙино-Балҡар Республикаһында булып ҡайтты. Ноябрь айында Мәскәүҙә үткәрелгән Халыҡ-ара «Рус утрауы» фестивалендә ҡатнашып труппа менән «Иң яҡшылар» номинацияларында еңеүселәр булып ҡайттылар. Быйыл йәй гөрләтеп туй үткәрҙеләр. Тормош иптәше Лилиә Исҡужина ла һөнәре буйынса актриса. Улар бергәләп М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләп йөрөйҙәр. Октябрь айында БСТ каналында “Тәмле” тапшырыуында төшәләр. 6-7 декабрҙә «Яуҙы еңгән һөйөү» спектакленең премьераһы буласаҡ. Улар ошо премьераға әҙерләнәләр.

Ағайымдың театр тормошо тураһында һөйләгәндәре

Ағайымдың һөйләүе буйынса бер спектаклде ҡуйыу өсөн ике ай самаһы ваҡыт кәрәк. Режиссер спектаклде тәҡдим иткәс, улар тексты тәүҙә бер нисә ҡат уҡып сығалар. Шунан ролдәрҙе бүләләр һәм репетициялар башлана. Спектакль ҡуйыуға актерҙарҙан тыш, хореографтар, рәссамдар, гримерҙар, костюмерҙар йәлеп ителә. Премьераға бер аҙна ваҡыт ҡалғас, спектаклде халыҡ хөкөмөнә сығарыр алдынан, уны театрҙа художество етәксеһенә күрһәтәләр. Йылына улар өс-дүрт спектакль ҡуйып өлгәрәләр. Репетициялар иртәнән кискә тиклем һуҙыла. Сәнғәт өлкәһендә үҙ эшен яратҡан кешеләр генә эшләй ала.

Әнүәр Фәйзуллин төшкән фильмдар

Әнүәр Фәйзуллинды башҡорт киноларында ла төшөргә саҡыралар. Яҡташыбыҙ режиссер Таңсулпан Бураҡаева төшөргән «Кәләш алам” фильмында төп роль — кейәү егет ролен башҡара. Был фильм Иҫәнғол ауылында төшөрөлгән. «Тамыр»балалар студияһында балалар өсөн кинола төшә. Быйылғы йылда Яңы йыл өсөн төшөрөлгән фильмға ла саҡыралар уны. Был фильм әле тамашасылар хөкөмөнә сығарылмаған.

Әнүәр Фәйзуллиндың йырҙары

Студент йылдарында ул йырҙар менән мауыға. Заманса йәштәр өсөн йырҙарҙы дәртле итеп башҡара. Уның “Каникулдар”, “Һинһеҙ”, “Бергә булыу”, “Белһәңсе”, “Тапмайым һүҙҙәр”, “Ҡалмаҫмын яңғыҙ”, “Әҙермен” йырҙарын йәштәр яратып тыңлайҙар. «Бергә булыу» йыры хит-парадта ҡатнаша. Ҡайһы-бер йырҙарына клиптар төшөрөлгән.

Уның яратҡан шөғөлө

Кикбоксинг менән шөғөлләнә, спортты үҙ итә. Әҙ генә буш ваҡыты булыу менән спортзалға ашыға. Рәсәй кимәлендә үткәрелгән турнирҙа икенсе урын ала. Кикбоксинг менән әрме хеҙмәтендә шөғөлләнә башлай.

Ҡушымта 3

Әнүәр Фәйзуллин менән әңгәмә

— Яратҡан шөғөлөң ниндәй?

— Спортты үҙ итәм. Кикбоксинг менән шөғөлләнәм.

-Кикбоксинг менән ҡасан шөғөлләнә башланың?

-Әрме хеҙмәтендә

-Кикбоксинг менән шөғөлләнеү төп эшеңә ҡамасауламаймы?

-Юҡ, киреһенсә үҙеңде формала тоторға ярҙам итә тип уйлайым.

-Ә ни өсөн актер һөнәрен һайланың?

-Мәктәпте тамалағас, ҡайһы уҡыу йортона беренсе инәм, шунда уҡырмын, тип уйлағайным. Өс уҡыу йортона документтарҙы тапшырғайным, иң беренсе сәнғәткә индем.

-Был һөнәрҙе һайлағанға үкенмәйһеңме?

-Бер тамсы ла үкенмәйем, эшем бик оҡшай.

-Артистарға популярлыҡ кәрәк, популяр булыр өсөн кешегә ниндәй сифаттар кәрәк?

-Тырышлыҡ кәрәк, үҙ һөнәреңде яратырға һәм кешенән оялмаҫҡа кәрәк.

-Ир-егет булараҡ, йәшәү мәғәнәһен нимәлә күрәһең?

-Эштә, ғаиләне тәьмин итеүҙә

— Киләсәккә ниндәй пландарығыҙ бар?

— Яңы йылда Ҡыш бабай булып балаларҙы ҡыуандарыу.

Ҡушымта 4

Әсәһенең, туғандарының фекерҙәре

Әсәһе: “Әнүәр бәләкәй саҡта шофер булам тип хыялланғайны, ә мин уның врач булыуын теләгәйнем. Ләкин лицейҙа уҡығанда сәнғәт түңәрәгенә йөрөүе унда сәнғәткә һөйөү уята һәм сәнғәт юлын һайларға этәргес була. Мәктәп йылдарында «Урал батыр» ҡобайырын ятҡа һөйләүселәр конкурсында ҡатнашып, бәләкәйҙән сәхнәлә үҙен тоторға өйрәнә ”

Фәйрүзә Дәминева: «Әнүәр минең ике туған ҡустым. Яҡын туған булғас, беҙ уның менән йыш аралашып торабыҙ. Ул бер ҡасан да буш булмай, һәр саҡ нимә менәндер мәшғүл. Студент саҡта башҡалар каникулда ял итһә, ул йәйге лагерҙа эшләне. Кеше менән тиҙ уртаҡ тел таба, дуҫтары бик күп »

Лилиә Исҡужина: «Әнүәр минең таянысым да, кәңәшсем дә, яҡлаусым да. Уның эргәһендә мин үҙемде тыныс тотам. Ул мине көн һайын ғәжәпләндерегә тырыша»

Йомғаҡлау

Был эшкә тотонғас, мин ағайым төшкән фильмдарҙы , спектаклдәрҙе ҡараным, йырҙарын тыңланым. Уның менән, туғандары менән әңгәмәләштем. Башҡорт сәнғәте хаҡында тағы ла күберәк белдем. Артист булыр өсөн бер туҡтауһыҙ ижад итергә, үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәклеген төшөндөм. Ағайым тураһында күп яңылыҡтар астым һәм ағайыма булған хөрмәтем тағы ла артты.

Тезистар

Эҙләнеү эшенең темаһы: Ағайым менән ғорурланам

Эҙләнеү эшенең авторы: Дәминева Гүзәл Самат ҡыҙы

Авторҙың мәктәбе һәм класы: Ейәнсура районы Иҫәнғол 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы

Ғилми етәксеһе: Сәғитова Әлиә Мәүлит ҡыҙы

Һуңғы йылдарҙа беҙҙең мәҙәниәтебеҙ һиҙелерлек үҫешә, яңы фильмдар төшөрөлә, спектаклдәр ҡуйыла, йәш артистар барлыҡҡа килә. Тик, үкенескә күрә, беҙҙең күп йәштәребеҙ сит ил музыкаһына иҫтәре китә, ул артистарҙы кумир итеп күрә. Ә бит беҙҙең милләтебеҙ араһында ла бына тигән халҡы өсөн-янып-көйөп йөрөгән, спорт менән шөғөлләнгән, насар ғәҙәттәрҙән ары торған йәштәребеҙ етерлек. Шул йәштәребеҙ, уларҙың ижады аша башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу беҙҙеп төп бурыстарыбыҙҙың береһе булды. Заман йәштәре ниндәй булырға тейеш тигән проблеманы ла күтәрҙек. Был бөгөнгө көндә иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора.

Тикшереү

Был тикшереү эшен беҙ сентябрь аҙағында башланыҡ. Йәш артист булғанға күрә, уның тураһында материалдар бик аҙ ине. Беҙгә күберәк уның үҙе менән һөйләшеп, туғандары менән аралашып эшләргә тура килде. Иң беренсе мин мәктәптә тиҫтерҙәрем араһында һорау алыу ойошторҙом. Һорау алыуҙың яуаптарын ҡарағас, мин үҙемдең теманы дөрөҫ һайлағаныма инандым. (Ҡушымта 1 )

Шунан Әнүәр Фәйзуллин менән һөйләшеп, уның ниндәй спектаклдәрҙә уйнағаны менә ҡыҙыҡһындым (Ҡушымта 2). Ағайымдың тормош юлы менән уның әсәһе һәм туғандарының һөйләүе аша таныштым. (Ҡушымта 4), һәм ағайымдың үҙе менән әңгәмәләштем(Ҡушымта 3) йырҙарын тыңланым, фотоларын ҡараным. Ул төшкән “Кәләш алам” фильмын ҡараным.

Аннотация

Был хеҙмәт мәҙәниәт бүлегенә ҡарай. Был эш инеш өлөштән, төп һәм йомғаҡлау өлөштәренән һәм ҡушымталарҙан тора. Яҡташыбыҙ Әнүәр Фәйзуллиндың тормош һәм ижад юлына бағышланған. Актерҙың спектакль һәм киноларҙа төшкән фотолары ҡуйылды.

Ҡушымта 1.

Уҡыусыларға түбәндәге һорауҙар тәҡдим ителде:

Беҙҙең районда ниндәй фильмдар төшөрөлгән?

Кем ул Әнүәр Фәйзуллин?

Һорау алыуҙа 31 уҡыусы ҡатнашты.

Яуаптар түбәндәгесә булды:

«Урман һуҡмағы»-15 уҡыусы

«Кәләш алам»- 17 уҡыусы

Белмәйем- 3 уҡыусы



Әнүәр Фәйзуллин – Үрген ауылыныҡы – 2 уҡыусы

“Кәләш алам” фильмында төшкән — 3 уҡыусы

Белмәйем – 26 уҡыусы

Инеш

Яҡташыбыҙ, Үрген ауылы егете, йәш актер Әнүәр Фәйзуллин тамашасыларға “Кәләш алам” фильмы аша яҡшы таныш. Егерме биш кенә йәшлек егет сәнғәт өлкәһендә ең һыҙғанып эшләп йөрөй. Мин һеҙҙе уның тормош юлы, ижады, яратҡан шөғөлө менән таныштырырға теләйем.

Эҙләнеү маҡсаты: Ағайым Әнүәр Фәйзуллиндың тормош юлы һәм ижадын өйрәнеп башҡалар менән таныштырыу, уның ижады аша башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү

Бурыстары: Билдәле яҡташыбыҙҙың ижады аша башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм таныштырыу, тиҫтерҙәремә уны өлгө итеп ҡуйып, заман йәштәренең ниндәй булырға кәрәклеген аңлатып, уның менән ғорурланыу тойғоһо уятыу

Эҙләнеү объекты: Әнүәр Фәйзуллин төшкән фильмдарҙы, спектаклдәрҙе ҡарау, йырҙарын тыңлау, уның үҙе һәм туғандары менән әңгәмә.

Теманың ғилми яңылығы: Әнүәр Фәйзуллин йәш актер булараҡ уның ижадын тейешле кимәлдә белмәүселәр ҙә бар, кемдәрҙер уның исемен беренсегә ишетеүе мөмкин, сөнки йәш быуын күберәк сит ил актерҙарына иҫтәре китә, уларҙы кумир итеп күрә, ә беҙҙең милләтебеҙ араһында ла бына тигән халҡы өсөн янып-көйөп йөрөгән йәштәребеҙ байтаҡ. Әнүәр Фәйзуллиндың тормошон һәм ижадын өйрәнеп, башҡаларҙы ла ҡыҙыҡһындырырға тигән өмөттәмен



Актуаллеге: Һәр кеше һәр кеше үҙенең тарихын, тыуған яғын, билдәле яҡташтарын, йыр-моңон, мәҙәниәтен белергә тейеш, халҡына тоғро хеҙмәт итеүсе шәхестәре менән ҡыҙыҡһынырға тейеш

Практик әһәмиәте: Был эштең материалдарын башҡорт мәҙәниәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ҡулланырға мөмкин.

Ҡулланылған әҙәбиәт

“Кәләш алам” фильмы

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сайты

БСТ – онлайн, “Тәмле ” тапшырыуы

«Автобус» спектакле








sitemap
sitemap