Зйнб Биишеваны Кметелгндр романында халыбыы рухи мните кренештре



Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы Дим районының 123-сө лицейы муниципаль мәғариф учреждениеһы

Тикшеренеү эше

Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәте күренештәре

Башҡарҙы: Садыҡова Илмира,

9В класс уҡыусыһы

Ғилми етәксеһе: Кириллова Г.Р.,

башҡорт теле уҡытыусыһы

Өфө – 2013

Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева – күп яҡлы талант эйәһе

Башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкилдәренең береһе Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишева үҙенең юғары идеялы, жанрҙары яғынан күп төрлө художестволы әҫәрҙәре менән әҙәбиәтебеҙгә, рухи тормошобоҙға бай хазина ҡалдырҙы. Яҙыусы үҙенең ижадында 1930 йылдарҙан алып бер быуатҡа яҡын ваҡытты үҙ эсенә ала. Ижад дәүерендә әҙәбиәтебеҙҙең бөтә жанрҙарында ла: поэзия, проза һәм драматургия өлкәһендә лә ҙур ныҡышмалыҡ менән эшләне. Уның ижадында лирик шиғыр, баллада, поэма, нәҫер, хикәйә, хикәйәт, драма, трагедия, роман кеүек жанрҙарға мөрәжәғәт итеүе үҙе лә әҙәби формаларҙың байлығын, стиль төрлөлөгөн күрһәтә. Халыҡ ижадының бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлығын файҙаланыу уның ижадының ысын-ысындан халыҡсан булыуын билдәләне. Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Павел Берков үҙенең яҙыусыға яҙған хатында: «Һеҙҙең «Кәмһетелгәндәр» романын уҡып, мин башҡорт халҡының тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, көнкүреше, фольклоры хаҡында этнография һәм тарих буйынса яҙылған төрлө тикшеренеү китаптарына ҡарағанда ла күберәк мәғлүмәт алдым», — тип яҙҙы. Зәйнәб Биишеваның барлыҡ әҫәрҙәре лә бай сығанаҡ һанала, сөнки әҙип бөтә жанрҙарҙа ла халыҡ ижады гәүһәрҙәрен бик оҫта ҡуллана.

Мин был эшемдә З.Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында халыҡ ижады өлгөләренең сағылышын өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым.

З.Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында ауыҙ-тел ижады өлгөләренең сағылышы

“Ҡыҙыл үгеҙ башы”, “Тоғро батыр менән Алдар батыр ”, “Саҡ-суҡ”, “Күкен” кеүек әкиәттәр, “Хәбир тирәге” кеүек легендалар бар.

“Кәмһетелгәндәр” романында таҡмаҡтар, бәйеттәр, йырҙар йыш осрай.

Һатыбал бай. Бай улы,

Итәктәре ҡайыулы.

Һатыбалдың маңлайына

“Һатлыҡ был!” тип яҙыулы.

Алмас менән һыҙып яҙалар, ти,

Көмөш йөҙөктәрҙең ҡаштарын.

Бинахаҡтан Себер ебәрәләр,

Арыҫлан егеттәрҙең баштарын.

Ебәк билбауҙарҙы туҙмай тиҙәр,

Сит-ситенән кителеп туҙа икән.

Был ғүмеркәйҙәрҙе уҙмай ҙа тиҙәр,

Килке-милке килеп тә уҙа икән.

Германдарҙың туптары,

Онтап ташлай таштарҙы.

Батша, байҙар йәшәһен тип,

Юғалтабыҙ баштарҙы.

Ерәнсәккәй атың елгән саҡта,

Ышлыяҡайҙары киң кәрәк.

Башҡорт халыҡ йырын йырлар өсөн,

Ал ебәктәй йөмшаҡ тын кәрәк…

Һандуғасҡай үҙе лә ҙур түгел.

Күкрәккәйе лә уның киң түгел.

Ҡайҙа ғына һайрай һандуғас?

Йәмле Оло Эйек буйында туғайҙа.

Кешеләрҙән кеше лә, һай, ким түгел,

Тик бәхеткәйҙәре тиң түгел.

Ҡасан да ғына һайрай һандуғас?



Апрель үтеп, йәмле лә май тыуғас.

Ямғыр теләү һамаҡтары ла бар.

Ямғыр, яу, яу!

Ашлыҡ, үҫ, үҫ!

Илгә бир, илгә бир!

Илдән күберәк беҙгә бир!

Ямғырым, яу, яуып тор,

Мискә менән ташып тор,

Күнәк менән ҡойоп тор,

Игендәрҙе үҫтереп,

Илгә икмәк биреп тор!

Байлыҡ аҡыл ятҡырмай, ярлылыҡ аҡыл таптырмай”; “Ҡарт ағасҡа ышыҡланып, йәш ағас йөҙ йыл йәшәр”; “Ятып ҡалғансы – атып ҡал”; “Һирәк тешле кешенең ауыҙында һүҙ ятмай. Тығыҙ тешленең ауыҙынан һүҙ сыҡмай”; “Ҡыҙы барҙың – наҙы бар”; “Атһыҙ ир – ҡанатһыҙ ҡош” кеүек утыҙға яҡын ғәжәп фәһемле мәҡәлдәр тормош асылы тураһында уйланырға мәжбүр итә.

Әҫәрҙә шулай уҡ халыҡ ижады жанрҙары араһында күләме яғынан иң бәләкәй һаналған йомаҡтар ҙа осрай. “Өй түбәһендә алама юрған ята”; “Өй ҡыйығында ярты икмәгем ята”; “Китеп бара – юлы юҡ, һоҫоп алдым – урыны юҡ!”; “Метрей башлы, мең күҙле”; “Оҙон-оҙон өс ҡалаҡ, осона-башына кем сығыр? Сыбар ала көйгәнәк йомортҡаһын кем табыр?” .

З.Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында халыҡ йолалары

З.Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында халыҡ йолалары ла киң сағылыш тапҡан. Уның им-том йолаһына ҡараған ҡот ҡойоу, күҙ тейеү халыҡ йолаһындағыса башҡарыла.

“Сыуаҡай әбей, ҡарттың тирәһендә әйләнгеләп йөрөнө лә уның ыштанынан бер алама өҙөп тә алды. … Ошо көндө үк был аламаны өтәҫләп, Емешкә еҫкәттеләр.” [3;37]

“-Бына күрерһең, Байгилде ҡәйнеш, бермә-бер килешер. Хоҙай ҡушһа, ауырыуы һылап алған кеүек булыр, — тип тәтелдәй-тәтелдәй ҡот ҡойорға тотондо. Ул тәүҙә ҡалаҡ башындай аҡ ҡурғашты сүмескә һалып иретте. Унан (бер ниндәй доға белмәһә лә), ауыҙ эсенән нимәләрҙер уҡый-уҡый, бер туҫтаҡ һалҡын һыуҙы Емештең түбә өҫтөндә әйләндерә-әйләндерә уға ирегән ҡурғашты шажлатып ҡойоп ебәрҙе.” [3;37]

Яҙ миҙгелендә башҡарыла торған яҙғы уйынға сығыу, сынаяҡ уйнатыу кеүек ҡыҙҙар уйынын Зәйнәб Биишева бик тәфсирләп тасуирлай.

“Ирҙәр иртүк баҙарға китеп бөткәс тә, бала-саға, ҡыҙҡырҡын, кейенеп, төҙәнеп, сәс тәңкәләрен, сулпыларын сылтыратып аллы-гөллө сәскәләр шикелле сыбар, матур булып, бер өйҙән икенсеһенә йүгерешеп йөрөй башланылар. Тора-бара урамда ҡыҙҙарҙан, йәш килендәрҙән ҙур ғына төркөм барлыҡҡа килде. Икенсе бер урында малайҙарҙан, үҫмер егеттәрҙән дә бер төркөм йыйылғайны…

Ауылдан ике саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы түбәһе яланғас тәпәш тауҙы бында “ Ҡыҙҙар тауы” тип йөрөтәләр. Һәр яҙ ҡыҙ-ҡырҡын ошо тауға йыйылып, уйнап-көлөп, бейеп-йырлап, күңел асып ҡайта. Ҡайһы йылда унда бер нисә ауыл йәштәре йыйыла. Ул саҡта уйын һабан туйындағы кеүек күңелле була…” [3;403]

“Сынаяҡ уйнатыу – ҡыҙҙарҙың ала ҡар ваҡытында кәртә, лапаҫ баштарында уйнала торған иң тәүге яҙғы уйындары…Емеш менән Йәнеш бер ҡумта тулы төрлө-төрлө сынаяҡ, быяла ярсыҡтары, матур шыма ҡырсынташтарҙан торған байлыҡтарын тиҙ арала һөрткөләп, таҙартып, уларҙан бик шәп “һый” әҙерләнеләр. Күк, йәшел, ҡыҙыл, һары сынаяҡтарҙың ҙурыраҡ ярсыҡтары тәрилкәләргә әйләнде. Уларға ваҡлап һалынған һары быяла ярсыҡтары – һары емешкә, ҡара шешә ярсыҡтары – ҡара емешкә, күк, зәңгәр, ҡыҙыл быяла ярсыҡтарынан ҡатнаштырып эшләнгәндәре – монпасиға, йомро аҡ таштар – күмәскә, тумалаҡ ҡара таштар – муйыл, эремсек майҙарына, ваҡ аҡ таштар шәкәргә әйләнде. Бер тиҫтер йоҡа ялпаҡ таштар – ҡоймаҡ, ваҡ йомро таштар – бауырһаҡ, төрлө-төрлө оҙонса таштар кәнфит булды…

-Йә, кемдәрҙе саҡырабыҙ, һылыу? – тине Йәнеш, сикһеҙ йәнләнеп. – Һый етерлек булды…

Бындағы яҙғы сынаяҡ уйынын лапаҫ башында уйнала торған балалар спектакле тип атарға мөмкин булыр ине. Бында һәр бала үҙ әсәһенең, өләсәһенең йәки апайҙың, баланың ролен башҡара. Уның бөтә һүҙе, ҡыланышы, тормошҡа, кешеләргә мөнөсәбәте үҙ ғаиләһенең күҙлегенән сығып алып барыла. Кемдең ата-әсәһе ауылда ниндәй ҡатламға инә, ул уйында ла шул ҡатламдың ролен уйнай. Шул арҡала, был уйына ҡарап, ауылдағы ғөрөф-ғәҙәт һәм мөнәсәбәттәрҙе һис яңылышмай күҙ алдына килтерергә була ине. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡайһы саҡта был өлкәндәр ролен уйнау бик мәҙәк, көлкө килеп тә сыға. Ләкин был уйын етди һәм тәбиғи алып барылғанлыҡтан, бынан бер кем дә көлмәй. Һәр кем үҙ ролен етди рәүештә дауам итә…” [3;336]

Романдан алынған киләһе өҙөктә аулаҡ өй йолаһы сағылдырылған.

“Бында аулаҡ ҡалған өйгә йыйылып, уйнап-көлөп, йырлап-бейеп, бергәләп төн үткәреү, ҡайһы саҡта бергәләп аулаҡ аш та бешереп ашау ҡыҙҙарҙың яратҡан ғәҙәттәренән береһе ине. Әгәр инде аулаҡ өйгә йыйылған саҡта берәй әкиәтсе, йырсы әбей ҙә булһа, кисә бигерәк тә күңелле уҙа

Үҙҙәренә иркенләп күңел асыу мөмкинлеге тыуыуға ҡыуанып, кем уҙарҙан уйнарға, көлөргә, йүгерергә, бейергә тотондолар. Ҡаҙанда тотош һөттә генә ҡайнап, тары бутҡаһы бытылдай башланы. Бутҡа бешереүсе ҡыҙҙар:

Бутыр-бутыр бутҡа бешә,

Уртаһына май төшә,

Килгән ҡунаҡ беҙгә төшә,

Беҙгә төшмәй кемгә төшһөн,

Беҙҙә майлы бутҡа бешә, —

тип таҡмаҡлай-таҡмаҡлай, усаҡ тирәһендә бейешеп йөрөнөләр.

Был аулаҡ ашта бай ҙа, ярлы ла, оло ла, кесе лә юҡ. Бында һәр кемдең өлөшө ингәнлектән, уға һәр кем тигеҙ хужа. Шуның өсөн, ахыры, был бутҡа башҡа бутҡаларҙан тәмлерәк тә, уны ашауы күңеллерәк тә була ине.

Бынан һуң ҡыҙҙар “йөҙөк йәшереш”, “айыу бабай”, “хан һәм вәзир”, “осто,осто!” уйындарына күсеп киттеләр.

“Беҙ, беҙ, беҙ инек!..” уйыны башланды. Ҡыҙҙар түңәрәккә йыйылып ултырҙылар. Уйын башлаусы Сабира:

Беҙ, беҙ,беҙ инек,

Беҙ ун ике ҡыҙ инек.

Таҡталыҡҡа йәйелдек,

Таң атҡансы юйылдыҡ, һәп! –

тигән саҡта, башҡа бөтә ҡыҙҙар ҙа “һәп” тинеләр ҙә тындылар. Кем оҙаҡ түҙеп, һөйләшмәй-көлмәй ултыра ала, шул еңә. Кем иң тәү башлап көлә, йә һөйләшә, уның маңлайына сиртәләр…

Был уйында күбеһенең маңлайына бер-ике ҡат сиртеү эләккәс, ҡалғандарын, шул иҫәптән Емеште лә, көлдөрөү, һөйләштереүҙән өмөт өҙөлгәс, “осто,осто!..” уйынына күсеп киттеләр. Был уйындың тәртибе, ҡош исемдәре әйтелгәндә, осто тип ҡул күтәреп, осмаҫ әйберҙәр исеме әйтелгәндә, ҡулды күтәрмәй ҡалыуҙан тора[3;246-251]

Шулай уҡ романда туй йолаһының кейәү бүләген алыу, ҡыҙҙы эҙләү күренештәрен тасуирлай.



“Еңгәләр кейәүҙе, аттан аҡ кейеҙ өҫтөнә төшөрөп. Ҡыҙ өйөнә оҙаттылар. Ә кейәү егеттәре, кейәү бүләге һалынған дүрт тотҡалы, төрлө мөһөрҙәр менән семәкәйләнгәп эшләнгән ағас һандыҡты көскә күтәреп, туй барған өйгә инделәр. Һандыҡ ҙур тантана менән табын уртаһына ҡуйылды. Ғәҙәт буйынса, һандыҡты асыу, кейәү бүләген алыу хоҡуғы өсөн ярыш башланды. Кем күберәк мал, аҡса һала, һандыҡты шул аса. Бүләкте шул ала. [3;278]

“Төн уртаһы ауғас, ҡоҙалар, ҡоҙағыйҙар йоҡо урындарына таралғас, ҡыҙ эҙләү башланды. Урам ҡатын-ҡыҙ, йәштәр, бала-саға менән тулды. Еңгәләр өйҙән өйгә йөрөп ҡыҙҙы эҙләнеләр. Ғәҙәт буйынса, еңгәләр кейәүҙән бүләк алмайынса ҡыҙҙы “тапмайҙар”. Ҡыҙҙы таба алмағас, кейәүҙе лә алып сығып,үҙҙәре менән эйәртеп йөрөтәләр, унан бер нисә тапҡып бүләк алғас ҡына ҡыҙҙы “табалар”. [3;279]

Яңы тыуған балаға беренсе тапҡыр ризыҡ биреү, йәғни бала ауыҙландырыу йолаһы ла осрай.

Баҙыян еңгә аҡ йүргәккә төргән … йомарсаҡты күкрәгенә ҡыҫып, йәтеш кенә күтәреп алды ла илап, ҡысҡырып торған ауыҙына бер балғалаҡ май, бер балғалаҡ бал ҡаптырҙы.

Ауыҙ-мороноң май булһын, йортоң-ерең бай булһын! ” [3;305]

Шулай итеп, әҫәрҙә халҡыбыҙ йолаларының мул булыуын күрәбеҙ, туй, бала бағыу йолаларынан күренештәр, аулаҡ өй йолаһы тасуирлана. Халҡыбыҙҙың быуаттар буйы туплана килгән рухи мәҙәниәте күренештәре әҫәрҙә киң сағылыш тапҡан.

Йомғаҡлау

Бөйөк әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишеваның әҫәрен өйрәнгәндән һуң, шундай һығымта яһарға була. Трилогияның беренсе китабы -«Кәмһетелгәндәр» романы башынан алып аҙағына тиклем халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөләре, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән биҙәлгән.

Халыҡ ижады традицияларын бик оҫта ҡулланыу һөҙөмтәһендә ижад ителгән легендалар, әкиәттәр, йырҙар, мәҡәлдәр – барыһы ла яҙыусыға үҙ әҫәрендә халыҡ күңеленә тәрәнерәк үтеп инергә, тормошто халыҡ күҙлегенән сығып дөйөмләштерергә ярҙам итә. Фольклор традициялары әҫәрҙә халыҡтың көсөн, аҡылын, тормош тәжрибәһен, уның һүнмәҫ ижад көсөн, талантын сағылдырыуҙа мөһим роль уйнай. Шуға ла уның әҫәрҙәрен һәр кем яратып уҡый.

Ҡулланылған әҙәбиәт

Башҡорт халыҡ ижады:Йола фольклоры. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1995.



Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Алты томда. 5 том.- Өфө, Китап, 1993.

Биишева З. Әҫәрҙәр. Биш томда. Беренсе том.- Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1995.








sitemap
sitemap