Тыуан я тарихын м шжр йрне



Инеш

Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәрендә һуңғы йылдарҙа шәжәрә байрамдары йыш үтә. Быуаттарҙың тәрән төпкөлөнә тамырланып, нәҫелдәштәрҙең берҙәмлеген сағылдырған мөһабәт имәндәй ул шәжәрә. Туғандарҙы барлап, нәҫел ептәрен байҡап мин, Мөфтиев Илнур Рифат улы шәжәрә төҙөү менән ҡыҙыҡһынам. Был эште бишенсе синыфта уҡыған саҡта уҡ башлап ебәргәйнем. Мәктәптә үткәрелгән шәжәрә байрамында атайым яғынан 7 быуынымды билдәләгән ағасымды төҙөп, ғаиләм, туғандарым менән таныштырғайным инде. Был эш менән мауығыуымды ата- әсәйем, туғандарым да хуплап сыҡты һәм һәр яҡлап ярҙам иттеләр. Бөгөнгө көндә инде әсәйем яҡлап туғандарымды барлау эше менән мәшғүлмен.

Шәжәрә ул- йәшәү тамырыбыҙ, тарих төпкөлөн байҡау аша әлеге быуындарға киләсәккә тәҙрә асыу.

Шәжәрәне тергеҙеү- ул халыҡтың тарихи хәтерен һаҡлап алып ҡалыу. Телдән- телгә күсеп, ҡағыҙ биттәренә теркәлгән мәғлүмәттәр. Ғөмүмән, генеологик ағас- шәжәрә ағасын төҙөү, белеү кеше күңелендә бәләкәй туған илгә, ергә ҡарата һөйөү тойғоһо уята. Ни өсөн шәжәрәне белергә кәрәк ул тип һораусылар ҙа булыр, мин уларға шулай тип әйтер инем: “ Һәр тәрбиәле кеше үҙ халҡының, ырыуының, ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһынырға тейеш”. Бушҡа ғына боронғолар, башҡорт ете быуынын белергә тейеш, тип әйтмәгән бит.

Минең туғандарымдың шәжәрәһен,ҡайһы яҡтарҙан сығышын, тамырҙарын өйрәнеп бик күп яңылыҡтар менән таныштым. Иң беренсе тыуған яғым,Краснокама, Илеш районы тураһында һөйләп китмәксемен.

Ата- бабаларымдың тамырҙары.

Ата- бабаларымдың тамырҙары Краснокама районына барып тоташа. Минең туғандарым- Гәрәй башҡорттары.Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, Гәрәй башҡорттары 12- се быуаттар тирәһендә Башҡортостан территорияһына килеп ултыра башлайҙар.[1] Туғандарым Иҫке Бөртөк ауылында йәшәгәндәр. Документтар буйынса ауыл 16- сы быуатта барлыҡҡа килә. Ауылдың исеме аҫаба башҡорт Бөртөк Кудабахтин менән бәйләнгән. Ул батша Михаил Федоровичтан грамота ала. Был грамотала ауыл эргәһендәге йылғалар, ундағы балыҡтар сабынлыҡтар, йәнлектәр, солоҡтар ерле башҡорттарға бирелә.

Башҡа баҫҡынсы халыҡтарҙан һаҡлау өсөн алына был грамота, сөнки быға тиклем, рустар Гәрәй башҡорттарының ерҙәрен талай торған булғандар. Был грамотаға воевода Плещеев та ҡул ҡуя. 18- се быуат урталарында Иҫке Бөртөк ауылынан бер нисә ғаилә айырылып Яңы Бөртөк ауылына нигеҙ һала.

Өсөнсө быуын ҡартатайым Миңнеғәле ҡатыны Фәрхейән менән Иҫке Бөртөк ауылында йәшәгәндәр ҙә инде. Уларҙың ете балалары булған: Бибимәккә, Муллағәли(1892), Сабирйән(1895), Хәкимйән, Ғәлимйән, Сәлихйән, Кәримә. Ҡарт ҡартатайым Муллағәле Ғәлимә исемле ҡыҙға өйләнә. Уларҙың дүрт балалары тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Ғәлимә 1929 йылда шәкәр сиренән үлеп китә. 1930 йылда икенсе ҡатынлыҡҡа Хажи ауылынан Камилә исемле ҡыҙҙы ала. Ғаилә үҫә, балаларҙы ашатырға ла, кейендерергә лә кәрәк. Ә Краснокама районы ерҙәре ҡыҙыл балсыҡлы булғанға күрә уңыш әҙ була, кешеләр асҡа интегәләр. Ошо ваҡытта инде минең ҡарт ҡартатайым Муллағәле ғаиләһе менән Илеш районына күсеп килә.

Шулай итеп, туғандарымды яҙмыш Илеш яҡтарына ташлай. Ул икенсе тыуған яғыбыҙға әйләнә.

2.Туғандарымдың Илеш районы менән бәйләнеше

Илеш районы 1935 йылда, боронғо Ҡырғыҙ һәм Йылан, Гәрәй, Йәлдәк, Бүләр олоҫона ҡараған ерҙәрҙә урынлашҡан. Иң боронғо ауылдары Ҡырғыҙ олоҫона ҡараған Ҡырғыҙ, Илеш, Иҫәнбай, Шәммәт ауылдары, Йылан олоҫона ҡараған Дөмәй, Лаяшты, Үрге Йәркәй ауылдары, Йәлдәк олоҫона ингән- Султинә, Гәрәй олоҫона ҡараған Теләкәй ауылдары. Уларҙың тарихы 17- се быуатҡа ҡарай. 18- се быуаттарҙа Иштирәк, Мансар, Ҡәҙер, Аҡкүҙәй ауылдары барлыҡҡа килә.[2]Илеш районынан бик күп билдәле кешеләр сыҡҡан. 18- се быуатта башҡорт ерҙәрен талаусыларға ҡаршы көрәштә илеш башҡорттарының өлөшө лә ҙур. Дөмәй Ишкеев етәкселегендәге башҡорттар батырлыҡтары менән айырылып торған.[3] Улар шулай уҡ, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, тыл хеҙмәткәрҙәре, эш батырҙары, сәнғәт эшмәкәрҙәре. Советтар Союзы геройҙары- Муса Гәрәев, Әнүәр Абдуллин, Ленин орденына лайыҡ булған хеҙмәткәрҙәр- Т.Рахманов, Х. Гилданов, Т. Нәжмиева, Р.Зиннәтуллин кеүек данлыҡлы улдары менән билдәле Илеш районы.

Тыныс тормош ваҡытында Илеш районы хеҙмәткәрҙәре республикала иң өлгөлө, иң беренсе урындарҙы яулаусы район исемен йөрөтә. Тырыш халыҡтың шатлығына, район ерҙәре лә бик уңдырышлы була. Революциянан һуң, колхоздар ойошторола башлай.

3. “5-се, 6-сы биләмә” исемле ауыл тарихы.

Минең туғандарымдың тамыры иһә бик ҡыҙыҡлы исем йөрөткән ауылға барып тоташа. Ауылдың исеме- “ 5-се, 6- сы биләмә”. Ул Иҫән йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылыбыҙҙың исеме беренсе тапҡыр 1889 йылдарҙа документтарҙа сағылыш таба. Ул ваҡытта ерҙәр байҙар ҡулында була әле. Был ерҙәрҙә ҡасандыр булғарҙар йәшәгән тигән фараздар ҙа йөрөй. Был ерҙәрҙә йәшәргә улар башҡорттарҙан рөхсәт алғандар, ә 20-се быуат башында беҙҙең яҡтарға немец халҡы күсеп ултыра башлаған саҡ була. Октябрь Революцияһына тиклем беҙҙең ауыл ерҙәрендә немец помещиктары йәшәй. Немецтар бик уңған халыҡ, ер ҡәҙерен белгәндәр. Улар баҫыусылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, бойҙайҙан башлап, шалҡанға тиклем ултыртҡандар. Уларҙың тимер һуҡалары, ашлыҡ һуғыу машиналары, шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү өсөн оло ҡаҙандары, шулай уҡ кирбес менән уратып эшләнгән баҙҙары ла булған.

1926 йылда немецтар ауылдан китәләр. Уларҙан ҡалған өйҙәрҙе, эш ҡоралдарын Серекҡул Ғәзизов исемле кеше һатып алып ҡала.

Шулай итеп 1930 йылдарҙа әкренләп күрше ауылдарҙан кешеләр был ауылға күсеп ултыра башлай. Ошо йылда уҡ “Уңыш” исемле колхоз төҙөлә. Уның етәксеһе итеп Сабирйән Ахунйәнов исемле уҡымышлы, һәйбәт ойоштороусы билдәләнә. Ул колхоздың күтәрелеп китеүенә күп көс һала. Серекҡул Ғәзизов немецтарҙан һатып алып ҡалған эш ҡорамалдарын колхозға тапшыра. Өйөнөң дә яртыһын бүлеп, мәктәп асырға рөхсәт бирә. Немецтарҙан ҡалған диван, шкаф, карауат әлеге көндә лә уның ейәндәрендә һаҡлана, ҡулланыла.(Серекҡул Ғәзизовтан яҙып алынды)

Ауыл үҙе бик матур, урамдары киң, уларҙы йәмләп ағастар үҫә. Урамдарға ултыртылған тополь, ҡайын ағастары борондан, булғар халҡынан ҡалған тип һөйләйҙәр. Ваҡытында уларҙың зыяраттары ла булған, ләкин бөгөнгө көндә ул һаҡланмаған, ер менән тигеҙләнгән. Ни өсөндөр булғарҙар был яҡтарҙан күсеп киткәндәр. Шунан инде алда әйтеп кителгәнсә немецтар килеп урынлаша. Немецтарҙың зыяраты бик оҙаҡ һаҡлана.Әсәйемдең апаһы, ҡарт ҡартатайымдың һеңлеһе, йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ауыл тарихын яҡшы хәтерләй. Ул ошо немецтарҙың зыяраты бик оҙаҡ ваҡыт ултырыуын аптырап һөйләй. Бик матур урман эсендә урынлашҡан була зыярат. Ҡәберҙәргә үлгән кешеләрҙең исем-шәрифтәрен күрһәткән яҙмалар оҙаҡ һаҡланған. Ҡәбер эсенә инеү өсөн бәләкәй генә ҡапҡалар ҙә эшләгән булғандар. Ҡапҡа асылып китһә лә кешеләр ихтирам йөҙөнән уларҙы кире ябып ҡуя торған булғандар.

Немецтар киткәс тә ауыл халҡы зыяратҡа бер ҡасан да зыян килтермәгәндәр.Немецтар зыяратта бик матур ҡыяҡлы гөл үҫтергән булғандар. Ошо гөлдөң орлоғо таралып тирә- яҡта ла үҫкән. Ауыл халҡы уның тамырын алып баҡсаларында ла үҫтергәндәр, ә мәйеттәр асыуланмаһын өсөн тип, ҡаҙып алынған гөл тамыры урынына тимер аҡса һалып китер булғандар. Шулай итеп, был ауылға төрлө ерҙән килгән кешеләр күсеп килеп урынлаша башлағандар. Ауылдың исеме капитализм ваҡытынан уҡ килә. Шулай уҡ, 1-се, 2- се биләмә тип аталған ауылдар ҙә булған. Ул биләмәләрҙә урыҫтар йәшәгән. 1945-1948- йылдарҙа улар күсеп киткәндәр. Беҙҙең ауылға яҡын Андреевка ауылында билдәле Шәйдулла исемле мулла булған. Ул бик уҡымышлы булған Үҙе шиғырҙар яҙған, иҫке һәм яңы яҙыуға ла бик оҫта булған. Төрлө ярыштарға йөрөгән, маҡтау ҡағыҙҙары ла бик күп булған. Бөгөнгө көндә ауылыбыҙ Ибраһим тип атала, уның исемен 2007 йылда үҙгәртелә. Хәҙерге көндә ауылда 124 кеше йәшәй.

 

5.Ғаиләмә ҡағылышлы ваҡиғалар.

Муллағәли ҡартатайым икенсе ҡатыны менән Илеш районына күсеп килгәс, уларҙың 5 балалары донъяға килә. Шулай итеп улар 9 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. 29 йыл бергә татыу ғүмер итәләр.

Ҡарт ҡартатайым да ваҡытында бик уҡымышлы кеше булған. Ике һуғышта ҡатнашҡан.Бөйөк Ватан һуғышына барырға тип теләк белдергәс, тылда ла кәрәкһегеҙ, тип ҡалдыралар. Шулай ҙа 1943 йылда һуғышҡа алына. Һуғышта танкист булып хеҙмәт итә. Үҙе менән булған “ҡыҙыҡлы” ваҡиғаны һөйләй торғайны тип иҫләйҙәр туғандарым. Ул яраланғас товарный поезға һалып ебәрәләр. Ул иҫен юғалтҡас, үлгән типбер станцияла ҡалдырып китәләр.Ул күпмелер ятҡас аңына килә һәм уны Мәскәү ҡалаһындағы госпиталгә ебәрәләр. Госпиталдә дауаланып 1946 йылда һуғыштан ҡайтып төшә. Краснокама районы Әмзә ауылында химзавод асыла тип ишетә лә эшкә бара, Химзаводтың нигеҙенә беренсе кирбесте лә ул һала. Муллағәле ҡартатайҙың улы Мөдәрис тә һуғышта була. Ул 1926 йылғы. Һуғышҡа 16 йәшендә китә. Япония менән Ҡытай һуғышҡан ваҡытта эләгә ул. Ул да үҙе менән булған ваҡиғаларҙы һөйләй торған булған: бер ваҡыт һуғышҡа керер ваҡытты көтөп ултырғандар. 16 йәше яңы ғына тулған малай йоҡоһо килеп, трактор аҫтына инеп, йоҡлап та киткән. Йоҡоһо туйып уянып китһә, взвод юҡ тей. Ул взводты ҡыуып еткәндә, улар стройҙа торған булғандар. Уның юҡлығын белеп үҙәккә хәбәр итеп өлгөргән булғандар, ҡасып китте һуғыштан, тип. Мөдәрис олатай командирға дөрөҫөн һөйләп биргән.



Ваҡыт тығыҙ булыу сәбәпле, был хәлде аҙаҡ тикшерербеҙ тип ҡалдыралар.Ул ваҡытта бындай хәл өсөн ҡаты яза бирелгән. Бәхетенә, был ваҡиға шул килеш онотола. Һуғыштан 1952 йылда ғына өйөнә ҡайтып инә. Хәҙерге ваҡытта ул Әстрәхән ҡалаһында йәшәй.

Ҡартатайым Наил дә ата- бабаларыбыҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәгән. Беҙ ейәндәре һоҡланырлыҡ эштәр башҡарған. 1974 йылда СССР министры Хитрун “Отличник Социалистического сельского хозяйства” тигән, 1973 йылда Башҡортостан Советы Министерствоһы тарафынан “Победитель Социалистического соревнования” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.

Беҙҙең ғаиләлә лә һоҡланырлыҡ уңыштар бар. Ата- әсәйебеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек итеп уҡырға тырышабыҙ. Беҙ ғаиләлә биш бала. Атайымдың матур итеп гармунда уйнағанын тыңлап үҫтек, ә әсәйем башлаған эшебеҙҙе еренә еткереп үтәргә өйрәтте.Барыбыҙҙа мөкиббән китеп шахматта уйнайбыҙ. Ағайым Илшат мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Ул да бик оҫта итеп шахмат уйнай, гитарала бик матур итеп уйнай һәм музыка ла яҙа.

Шахмат буйынса ярыштарҙа яулаған уңыштар барыбыҙҙа ла бар. Маҡтау ҡағыҙҙарын ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Шулай уҡ Гөлнара, Гөлназ апайымдар, Айнур ҡустым да яҡшы билдәләргә генә өлгәште һәм өлгәшә. Гөлнара апайым шахмат буйынса Рәсәй командаһы составына индерелгән. Башҡорт дәүләт университетында юғары белем алды һәм бөгөнгө көндә Илеш районында уҡытыусы булып эшләп йөрөй. Беҙ бөтәбеҙҙә ҡалабыҙҙың 2-се һанлы мәктәбендә уҡыныҡ һәм әле лә уҡыйбыҙ. Мәктәптә, ҡалала үткәрелгән предмет- ара олимпиадаларҙа, төрлө сараларҙа ҡатнашып яҡшы урындар алабыҙ. Беҙ бигерәк тә башҡорт теле дәрестәрен яратабыҙ. Мин дә, ҡустым Айнур ҙа ҡала күләмендә үткәрелгән “Үткерҙәр һәм зирәктәр” ярышында “Иң зирәк уҡыусы” исемен яуланыҡ. Киләсәктә үҙемә оҡшаған һөнәрҙе һайлап, белемемде юғары уҡыу йортонда дауам итеү теләге менән йәшәйем. Атайым менән әсәйем беҙҙә хеҙмәткә, уҡыуға һөйөү тәрбиәләне. Ата – әсәйемдең, ата- бабаларыбыҙҙың ғорурлығы, ышаныслы киләсәге булырбыҙ тип уйлайым.

Йомғаҡлау

Мин бишенсе синыфтан уҡ тыуған яҡ тарихын, шәжәрәне өйрәнеү менән ҡыҙыҡһына башланым. Бик күп туғандарым менән аралаштым, белешмәләр уҡыным. Үҙемдең алдыма ҡуйған бурысымды үтәнем тип әйтергә лә була. Эште үтәү дәүерендә яңы асыштар яһаным, яңылыҡтар белдем. Илеш, Краснокама райондары тарихын өйрәндем.

Ихтирамға лайыҡ ата- бабаларымдың эштәре менән таныштым. Ошо эҙләнеү эшендә әсәйем, ҡартатайымдың һеңлеһе Мөнийә инәй ярҙамы ла ҙур булды. Улар ярҙамы менән мин туғандарым тарихын, шәжәрәһен белдем, тыуған яҡ тарихы менән таныштым, белешмә эшләнем. Был эҙләнеү эшем минең туғандарыма тарихты өйрәнеүгә ярҙам итһә мин бик шат булыр инем.

 

 



Ҡулланылған әҙәбиәт

Аралбаев К.К. Краснокамский район: Национальный состав населенных пунктов по переписяи XVIII-XX веков/

Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 4: Справочная книга/ А.З. Асфандияров. 

Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 6: Справочная книга/ А.З. Асфандияров. 

Исекеев А.С. Образование и развитие Краснокамского района 1930-2000г.г/

Әсфәндияров Ә.З. Олатайҙарҙың бар тарихы…

/ Ә.З.Әсфәндияров.-Өфө: Китап,2005- 256 бит.

 



 








sitemap
sitemap